+30 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Февраля 2024, 11:30

Ағиҙелдәр ҙә ҡушылды

“Рәсәй саңғы юлы” Бөтә Рәсәй саңғы ярышы 42 йыл рәттән үткәрелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағиҙелдәр ҙә ҡушылдыАғиҙелдәр ҙә ҡушылды
Ағиҙелдәр ҙә ҡушылды

“Рәсәй саңғы юлы” Бөтә Рәсәй саңғы ярышы 42 йыл рәттән үткәрелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Спорт ярышында 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Был ҙур сара ҡала халҡын ҡышҡы спорт төрҙәре менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалауға йүнәлтелгән.

Ҡатнашыусылар 700 метрлыҡ һәм өс километрлыҡ дистанцияларҙа йүгерә. Бында килгән һәр кемдең – үҙ маҡсаты. Күптәр еңеү өсөн түгел, ә кәйефен күтәреү, көс-дәрт алып ҡайтыу өсөн килә.

Бөтә Рәсәй саңғы ярышы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

 “Сараның фанаттары йылдан-йыл арта ғына бара. Ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ, уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!” – ти Ағиҙел ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Алена Әхтәмова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/694596#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас