Иң оло ҡатнашыусы – 92 йәштә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңауыл районы “Рәсәй саңғы юлы-2024” сараһына ҡушылды.
Ҡышҡы сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үтә. Һалҡын булыуына ҡарамай, саңғыла йүгерергә 650-нән ашыу кеше сыға.
Дистанция бер саҡрым тәшкил итә. Теләүселәр ГТО буйынса норматив тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Еңеүселәргә миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла.
Спорт сараһына ғаилә менән килеүселәр ҙә бар. Иң оло һәм иң йәш ҡатнашыусыларға (77 йәшлек Илдар Киков менән 92 йәшлек Зоя Заякина һәм өсәр йәшлек Тигран Шумал менән Эллария Вәзетдинова) ла маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/692628#scroll.