Муса Гәрәев исемендәге сквер ҙа урындағы халыҡты ла, ҡала ҡунаҡтарын да саҡырып, тартып торған урынға әүерелде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙгәргәнен, матурланғанын ҡыуанып күҙәтәбеҙ. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге сквер ҙа урындағы халыҡты ла, ҡала ҡунаҡтарын да саҡырып, тартып тора. Яңыртылған сквер – ял итеү, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ихтирам күрһәтеү урыны ул, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Скверҙы төҙөкләндереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/690734#scroll.