Был һан проекттың маҡсатлы күрһәткестәренә ҡарағанда 81 процентҡа юғарыраҡ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария фондында тип танылған торлаҡтан күсереү 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән республика адреслы программаһы сиктәрендә башҡарыла. Бынан тыш, эштәр муниципаль программалар иҫәбенә лә үткәрелә. Авариялы торлаҡтан күсерелгән кешеләр һаны Өфөлә (2704 кеше), Яңауыл (507 кеше) һәм Бәләбәй (289 кеше) райондарында күпселекте тәшкил итә.
Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙың киләһе этабын ойоштороу өсөн 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип танылған 580 йорттан реестр булдырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метр тәшкил итә. Был йорттарҙа 15 мең кеше йәшәй. Документ Рәсәй төҙөлөш министрлығына ебәрелгән. Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү эштәре 2024 йылда ла дауам итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/694104#scroll.