+30 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Февраль 2024, 05:57

Алтын туйҙарын билдәләйҙәр

Саҡмағош районы ЗАГС бүлегендә илле йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләрҙе тәбрик иттеләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Алтын туйҙарын билдәләйҙәрАлтын туйҙарын билдәләйҙәр
Алтын туйҙарын билдәләйҙәр

Саҡмағош районы ЗАГС бүлегендә илле йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләрҙе тәбрик иттеләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ғәлләмовтар, Хафизовтар, Баҡаевтар, Ғарифуллиндар, Ғәлиевтар, Шәйҙуллиндар, Халиҡовтар, Ғәлиевтар, Ғилуановтарҙың ғаиләләре илле йыллыҡ юбилейҙарын билдәләй. Бына ярты быуат инде улар, бар мәсьәләләрҙе бергә хәл итеп, иңгә-иң терәшеп мөхәббәттә, татыулыҡта йәшәй, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Алтын юбилярҙарға сәскәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары моңло йырҙары менән ҡыуандыра.

Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты һәм Рәсәйҙә Ғаилә йылы айҡанлы ойошторола.

“Район мәҙәниәт йортонда ғаилә тормошо юбилярҙарын ҡотлау матур традицияға әүерелде. Бары бер-береһен яратҡан кешеләр генә ҡулға-ҡул тотоношоп, бөтә ауырлыҡты еңеп  татыулыҡта йәшәй алалыр. Был бик ҡәҙерле юбилей. Бөтә күңелдән юбилярҙарҙы ҡотлайбыҙ. Уларҙың ғаилә усағы оҙаҡ йылдар дөрләп янһын, беҙҙе лә йылытһын”, – ти район мәҙәниәт йорто агитбригадаһы мөдире Гөлназ Сәлимова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/691216#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас