+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Февраль , 09:45

Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған

Краснокама районынан Илдус Хәйертдинов мал үрсетә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған
Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған

Краснокама районынан Илдус Хәйертдинов мал үрсетә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнсел “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә фермеры” дәүләт программаларын һөҙөмтәле ҡулланып, малсылыҡтың бер юлы ике йүнәлешендә эшләй: эре мөгөҙлө мал һәм йылҡы үрсетә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2018 йылда Илдустың фермаһында 100 баш йылҡы, 20 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Мал һанын арттырыу һәм хужалыҡты үҫтереү өсөн байтаҡ финанс кәрәк була. Маҡсатына ирешергә “Эш башлаусы фермер” грант программаһы булышлыҡ итә. 2,9 миллион һум күләмендәге аҡсаға ул трактор, 30 баш мал ала.

2021 йылда фермер йылҡы малы һанын да арттырырға була. Грант программаһы буйынса конкурста ҡатнашып отҡан  7 миллион һум аҡсаға 140 баш йылҡы малы ала. Әле хужалыҡта 500-ҙән ашыу баш йылҡы малы иҫәпләнә.  

Малға сифатлы аҙыҡ кәрәк булыуын иҫәпкә алып, Илдус бер үк ваҡытта үҫемселек менән дә шөғөлләнә.

Хужалыҡ төп килемде һыйыр һәм йылҡы ите һатыуҙан ала. Фермер мессенджерҙарҙы әүҙем ҡуллана. Сифатлы тәбиғи ризыҡты һатыуҙа ҡыйынлыҡ юҡ, һораусылар күп, ти ул. Быйыл фермер итте эшкәртеп, аҙыҡ-түлек ассортиментын арттырырға ниәтләй. Бының өсөн цех асып, үҙ магазинын булдырмаҡсы.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/679203#scroll.

Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған
Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған
Дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланған
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: