+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Февраль , 12:37

Ауыл хужалығы продукцияһы экспортына ҙур иғтибар бүленә

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына төп инвестицияларҙы һөт һәм ит етештереүгә йүнәлтергә кәрәк, продукцияны эшкәртеүгә һәм экспортлауға иғтибарҙы арттырыу мөһим, ти вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы продукцияһы экспортына ҙур иғтибар бүленә
Ауыл хужалығы продукцияһы экспортына ҙур иғтибар бүленә

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына төп инвестицияларҙы һөт һәм ит етештереүгә йүнәлтергә кәрәк, продукцияны эшкәртеүгә һәм экспортлауға иғтибарҙы арттырыу мөһим, ти вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Рәсәйҙә бойомға ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты өҫтөнлөктәренең береһе булып агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттырыу тора.

Федераль таможня хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса 2023 йылда Башҡортостан аграрийҙары донъяның 44 иленә 700 мең тонна, 340 миллион долларлыҡ продукция экспортлаған. Илшат Фәзрахманов экспорт күрһәткестәрен  ике миллион тоннаға һәм 500 миллион долларға тиклем еткерергә кәрәклеген белдерҙе, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/689743#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: