+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль , 12:20

Благовещен районында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр күп

Был хаҡта “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һөйләштеләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Благовещен районында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр күп
Благовещен районында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр күп

Был хаҡта “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һөйләштеләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә биш эшҡыуарлыҡ башланғысы ҡаралды, тип хәбәр итә Благовещен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Динә Баййегетова медицина үҙәге һәм косметика салоны асырға йыйына. Әле бина эҙләү һәм финанс мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләй.

Сергей Жуков ылыҫлы ағастар үҫтереү өсөн питомник булдырыу тураһындағы ниәттәре менән бүлешә. Ер участкаһы тапҡан, был эштең уңышлы барасағына шиге юҡ.

Владимир Жиганов – металл эшкәртеү буйынса белгес, төрлө ҡоролмалар өсөн ҡатмарлы деталдәр етештерә. Санкциялар сәбәпле уның продукцияһына ҡапыл һорау артып киткән, шуға ла етештереүҙе арттырыу өсөн бина кәрәк.

Максим Мачульский менән ҡалала футбол спорт төрөн үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр бара. Ул 3-сө мәктәптә балалар һәм үҫтерҙәр өсөн тренировкалар алып барыуҙы планлаштыра, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү ҡалған. Шулай уҡ ҡала стадионын төҙөкләндереү хаҡында ла һөйләшәләр.

Артур Дәүләтов менән Урал Хисамәтов коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү идеяһы менән килгән.

Бөтә башланғыстарға ла кәрәкле кәңәштәр бирелгән, эшҡыуарлыҡты алып барыуҙа төрлөсә ярҙам ҡулы һуҙылған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/689004#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: