+30 °С
Облачно
Милли проекттар
30 Января 2024, 05:00

“900 көнлөк батырлыҡ”

Тәтешле районының Әрибаш ауылы китапханаһында тура трансляцияла сара үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“900 көнлөк батырлыҡ”“900 көнлөк батырлыҡ”
“900 көнлөк батырлыҡ”

Тәтешле районының Әрибаш ауылы китапханаһында тура трансляцияла сара үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “900 көнлөк батырлыҡ” тип аталған хәтер сәғәте “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә  Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара Ленинград ҡалаһындағы блокадаға арнала. Китапханасы илебеҙ тарихында мәңгегә ҡаласаҡ 900 көн тураһында һөйләй. Ленинград өсөн көрәш батырлыҡ һәм фиҙакәрлек символы булып халыҡ хәтерендә һаҡлана. “Киләсәктә бындай трагедияларҙы булдырмаҫ өсөн ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы иҫтә тоторға кәрәк”, – ти китапханасы Зөлфиә Шәйислам ҡыҙы.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/680244#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас