Сара Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Еләкле, эремсекле, елпеүес кеүек һалып биҙәлгән... тәмле итеп ҡойолған ҡоймаҡтар матур итеп биҙәлгән. Байрам Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда үтә. Алға ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр жюри ағзалары хөкөмөнә байрам өҫтәлдәрен тәҡдим итә.
Ҡатнашыусылар ҡоймаҡ, сәй эсеү тураһында йыр йырлай, шиғыр һөйләй. Концерт программаһы ла күрһәтелә. Байрамға килеүселәрҙе хуш еҫле сәй, ҡоймаҡ, тәмлекәстәр менән һыйлайҙар.
Сара республика халыҡтары ғөрөф-ҡәҙәттәренә, мәҙәниәтенә һәм тарихына күҙ һалырға мөмкинлек бирҙе, был “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/676210#scroll.