“Процестар фабрикаһы”нда ике предприятие хеҙмәткәрҙәре уҡыны.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Техномаш” һәм “СоюзпромПтица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Процестар фабрикаһы”нда белемен камиллаштырҙы.
Программа буйынса улар һаҡсыл етештереү өлкәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын һәм компетенцияларын арттырыуға йүнәлтелгән теорияны ла, практиканы ла өйрәнде, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләүен дауам итә. Өс йыл эсендә “Процестар фабрикаһы”нда төрлө предприятиеларҙан 1250-нән ашыу хеҙмәткәргә белем бирелгән, – тип билдәләй Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Милли проект тураһында мәғлүмәтте производительность.рф порталында табырға була. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны (347)246-83-65 телефоны буйынса тапшырырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/676252#scroll.