+30 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Января 2024, 09:45

Пациенттар ҡәнәғәт

Иҫке Яндыҙ ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Пациенттар ҡәнәғәтПациенттар ҡәнәғәт
Пациенттар ҡәнәғәт

Иҫке Яндыҙ ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Дүртөйлө районының Иҫке Яндыҙ ауылындағы дөйөм практика табип бүлексәһе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Модулле бинала пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бүлексәгә 1778 кеше теркәлгән, уларҙың 280-е – балалар. Дөйөм практика табибы булып Диана Мирзаянова эшләй.

– Бүлексәгә 10 ауыл халҡы ҡарай: Иҫке Яндыҙ, Әкәнәй, Байгилде, Ҡаҙы-Йәлдәк, Йәлдәк, Яңы Ишмәт, Ҡайыш, Һабанай, Бишнарат, Түрбейек. Яңы бинала диспансеризацияның тәүге этабын 56 кеше үтте лә инде. Пациенттар бик ҡәнәғәт, – ти табип.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/675726#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас