2024 йылда Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 29 саҡрым оҙонлоғонда 11 участкала ремонт эштәре ҡаралған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, объекттар исемлегенә ошо урамдар ингән: Благовар, Дзержинский, Кольский, Магистраль, Өфө йылғаһы яры, Рихард Зорге урамдары, Өфө – Дим автомобиль магистрале. Шулай уҡ Өфө – Затон, Шаҡша – Базилевка, Федоровка – Йылҡыбай юлдарында, Галечная, Беговая, Ландшафт урамдарында ремонт эштәре көтөлә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/674345#scroll.