+30 °С
Облачно
Милли проекттар
23 Января 2024, 08:53

Эшҡыуарҙарға 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

 “Минең бизнесым” үҙәге үткән йылдың эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙарға 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгәнЭшҡыуарҙарға 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән
Эшҡыуарҙарға 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

 “Минең бизнесым” үҙәге үткән йылдың эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үҙәк 2023 йылда эшҡыуарҙарға 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән. Был үткән йылдағыға ҡарағанда 30 процентҡа артығыраҡ.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә, физик шәхестәргә ярҙам иткән үҙәктең офистары 12 муниципалитетта эшләй. Тиҙҙән Ейәнсура районы үҙәгендә лә офис асылыуы көтөлә.

Үткән йылда үҙәк 187 сара үткәргән, уларҙа туғыҙ мең самаһы кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Минең бизнесым” үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр тураһында https://cmbrb.ru/  һылтанмаһы буйынса сайтта һәм +7 347 224-99-99  “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратып белергә мөмкин. Адрестары: https://cmbrb.ru/kontakty/.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/673957#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас