Стәрлебаш районында экологик проект старт алды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә йәш йүнселдәр Айнур Хәлитов менән Рафаэль Йосоповтарҙың проекттары ҡаралды, тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Айнур район биләмәһендә 2020 йылдан алып экологик проекттар ойоштора. Үткән йылда ул ағастар ултыртыу идеяһы менән мауығып китә. “Ауыл өсөн 500 имән” проекты шулай барлыҡҡа килә. Үткән йылда төрлө ағастар ултыртыла, ә имәндәрҙе егет үҙе тубырсыҡтан үҫтергән.
Быйыл Айнур менән Рафаэль имән ултыртырға йыйына. Проектты тормошҡа ашырыр өсөн ер участкаһы һайланған, халыҡ һәм фекерҙәштәр менән бәйләнеш булдырыр, тәжрибә уртаҡлашыр өсөн “Бәйләнештә” селтәрендә төркөм дә (https://vk.com/club224153203 ) булдырылған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/673929#scroll.