+30 °С
Болотло
Милли проекттар
18 Ғинуар 2024, 09:22

Компьютерҙа эшләргә өйрәнәләр

Балаҡатай районы үҙәк модель китапханаһында пенсионерҙар өсөн һанлы технологиялар менән эшләү буйынса белемде арттырыу буйынса дәрестәр үтә.   #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Компьютерҙа эшләргә өйрәнәләрКомпьютерҙа эшләргә өйрәнәләр
Компьютерҙа эшләргә өйрәнәләр

Балаҡатай районы үҙәк модель китапханаһында пенсионерҙар өсөн һанлы технологиялар менән эшләү буйынса белемде арттырыу буйынса дәрестәр үтә.  

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Һанлы грамоталылыҡ донъяһына” клубының төп бурысы – оло йәштәгеләргә ноутбук, планшет, смартфон менән эшләргә, интернетҡа инергә өйрәтеү. Был һөнәрҙәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу өсөн кәрәк.

Сираттағы дәрестәр “Дәүләт хеҙмәттәре: эш алгоритмы”, “Табипҡа яҙылыу” ҡушымтаһында эш” тип атала ине. Китапханасылар дәүләт хеҙмәттәре сайтында эшләргә өйрәтте, мобиль ҡоролмаларға “Табипҡа яҙылыу” ҡушымтаһын ҡуйырға тәҡдим итте, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

“Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторолған сара файҙалы үтә, ҡатнашыусылар ҡәнәғәт ҡала. “Заман кешеһенең тормошон компьютер технологияларынан тыш күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Оло йәштәгеләр ҙә заман менән бергә атларға теләй. Компьютер белеме тормош сифаты кимәлен арттырырға, аралашыу даирәһен киңәйтергә ярҙам итә”, – тип билдәләй ойоштороусылар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/668147#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас