+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Декабрь 2023, 05:04

Сабата үрәләр

“Халыҡ тамырҙарын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен белергә тейеш”, – ти Ҡалтасы районы оҫтаһы Тимербай Тимершин. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сабата үрәләрСабата үрәләр
Сабата үрәләр

“Халыҡ тамырҙарын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен белергә тейеш”, – ти Ҡалтасы районы оҫтаһы Тимербай Тимершин.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ҡалтасы районының Вәсил ауылында сабата үрергә өйрәнәләр. Оҫталыҡ дәресен Тимербай Тимершин үткәрә. 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа эште ул еңел генә башҡара, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сабата үреүҙең үҙ нескәлектәре етерлек. Барыһын да эҙмә-эҙлекле, еренә еткереп башҡарғанда, һөҙөмтә яҡшы була.

Хәҙерге заманда бындай әйберҙәр сувенир булараҡ ҡулланыла. Тимербай бабайға театрҙарҙан, музейҙарҙан заказдар күп килә, хатта күрше өлкәләрҙән дә һораусылар бар.

“Халыҡ тамырҙарын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен белһен өсөн башҡарабыҙ был эште. Хәҙерге замандың уңайлы яҡтарының ҡәҙерен аңлар өсөн тарихыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Балалар сабатаны күреп, кейеп ҡарап, уны эшләүҙең, кейеп йөрөүҙең ни хәтлем ҡатмарлы булыуын күрә лә әле булғандың ҡәҙерен белергә өйрәнә”, – ти оҫта Тимербай Тимершин.

Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/659693#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас