+30 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Декабрь 2023, 05:00

Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында

 “Дека-С” компанияһы ҡаҙаҡтың – меңдән ашыу, ә мебель беркеткестең 800 төрөн етештерә. Бында 300 кеше эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бындаЯҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында

 “Дека-С” компанияһы ҡаҙаҡтың – меңдән ашыу, ә мебель беркеткестең 800 төрөн етештерә. Бында 300 кеше эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Санкциялар башланғансы ҙур күләм әйбер Европаға, АҠШ-ҡа экспортҡа оҙатылған булған. Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтарҙы премиум-класлы йорттар төҙөү өсөн алғандар. Әле предприятие Рәсәй баҙарында алдынғыларҙан һанала. Автоматик ҡорамалдар һәм ҡоралдар өсөн ҡулланылған ҡаҙаҡтарҙың яртыһы – Белореттыҡы, ә Рәсәйҙә етештерелгән дивандарҙың ундан туғыҙы бында эшләнгән мебель беркеткесе ярҙамында нығытылған.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында уңышлы ҡатнашҡан предприятие даими үҫеш юлында. Хеҙмәт етештереүсәнлеге арта, ҡаҙаҡтың үҙхаҡы кәмей, шулай уҡ заказсы биргән үлсәмдәр буйынса ла етештереү бара. Әле етештереү күләмен арттырыу өсөн белгестәр эшкә алына, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/645417#scroll.

Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Яҡшы сифатлы ҡаҙаҡтар етештерелә бында
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас