+30 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Декабрь 2023, 05:07

Түләүһеҙ белем алып, эшкә урынлашырға йәки үҙ эшеңде асырға мөмкин

Рәсәй  Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2024 йылға төбәк хеҙмәт баҙарҙарында кәрәкле йүнәлештәр буйынса белем биреү программалары проектын тәҡдим итте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Түләүһеҙ белем алып, эшкә урынлашырға йәки үҙ эшеңде асырға мөмкинТүләүһеҙ белем алып, эшкә урынлашырға йәки үҙ эшеңде асырға мөмкин
Түләүһеҙ белем алып, эшкә урынлашырға йәки үҙ эшеңде асырға мөмкин

Рәсәй  Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2024 йылға төбәк хеҙмәт баҙарҙарында кәрәкле йүнәлештәр буйынса белем биреү программалары проектын тәҡдим итте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Киләһе йылда үҙгәрештәр ҙә көтөлә. Хәҙер

- мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән эш эҙләүсе бөтә граждандар һәм инвалидлығы булған граждандар;

- өс йәшкә тиклем баланы ҡарау буйынса отпускыла булған кешеләр (ул баланың әсәһе, атаһы, опекуны йәки башҡа туғаны булырға мөмкин)

белем алыу мөмкинлегенә эйә була.

 

– Дөйөм алғанда программа һөҙөмтәле эшләй. Граждандарҙың күбеһе хеҙмәт килешеүе төҙөй йәки шәхси эшҡыуар, үҙмәшғүл булып китә, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Белем алыу буйынса тулы мәғлүмәтте “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) порталында алырға була. Уҡыуҙар түләүһеҙ.

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә 2021 йылдан алып 17806 граждан белем алған. Уларҙың 78 проценты эшкә урынлашҡан, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/655419#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас