

Асҡында райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында капиталь ремонт бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йүнәтеү эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Әле бында эштәр ҡайнай. Капиталь ремонтты киләһе йылда, халыҡ рәссамы Федор Кащеевтың 90 йыллыҡ юбилейына тиклем тамамларға йыйыналар, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Федор Кащеев Асҡында тыуған, ул яҙған йөҙҙәрсә картина М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Удмуртияла, Красноярскиҙа, Абаканда музейҙарҙа, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/652963#scroll.