

Эльвир Камалов тыуған Саҡмағош районы Тоҙлоҡош ауылына ҡайтып, атаһының эшен дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле Эльвир Мәсғүт улы етәкләгән ҙур крәҫтиән-фермер хужалығы 128 гектар ерҙә бойҙай, арпа, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә.
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә хужалыҡҡа ойоштороу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультацион ярҙам күрһәтелә, продукцияһын һатыу буйынса электрон майҙандарҙа теркәлеүгә булышлыҡ ителә, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
2012 йылда йәш фермер “Эш башлаусы фермер” проекты буйынса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алыуға грант ала. 2023 йылда уға ауыл хужалығы техникаһы алыу буйынса лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн ҡаплауға финанс ярҙамы күрһәтелә.
Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы яҡшы механизатор ҙа, трактор йә башҡа техниканы ул йәһәт кенә йүнәтеп ҡуя ала. Уңған етәксенең хужалығы уңышлы эшләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/636574#scroll.