

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы инвестиция проекттары ҡарала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Хәйбулла районы хакимиәтендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Ике инвестиция проекты ҡаралды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Рита Юлдашбаева фермер продукцияһын ташыу менән шөғөлләнергә уйлай. Бының өсөн уға махсус техника алырға кәрәк. Әле ул социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса финанс ярҙам алыуға конкурста ҡатнашыуға документтарын тапшырған.
Фәриҙә Төлкөбаева – тәжрибәле ашнаҡсы. Күптән түгел үҙ эшен башлаған, “Әлиә” кафеһы бинаһын ҡуртымға алған. Киләсәктә кафе өсөн ҡорамалдар алырға йыйына. Комиссия уға муниципаль программа сиктәрендә төп сараларҙы алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплау буйынса муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙам алыуға документтарын тапшырырға кәңәш ителә.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына https://investrb.ru/ru/business/business_support/busi.. һылтанмаһы буйынса инеп теркәлергә йәки йәшәгән урындағы бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/652385#scroll.