+30 °С
Болотло
Милли проекттар
20 Декабрь 2023, 07:01

Мөһим объект

Бөрө йылғаһы аша күпергә капиталь ремонт яһалды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мөһим объектМөһим объект
Мөһим объект

Бөрө йылғаһы аша күпергә капиталь ремонт яһалды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Мишкә районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йүнәтелгән  күперҙең оҙонлоғо 33 метр тәшкил итә.

– Күпер – бик мөһим объект. Ул Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлында урынлашҡан. Был күпер республиканың төньяҡ-көнсығышын уның үҙәге, шулай уҡ күрше өлкәләр, федераль трассалар менән тоташтыра, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Күперҙә ремонт эштәре тулыһынса киләһе йылда тамамланыуы көтөлә.

2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ете күпер йүнәтелгән. БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Күгәрсен райондарындағы күперҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо 851 метр тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/652778#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас