

Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 8-се урынды биләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 2023 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был үткән йылдағы ошо осорҙағыға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– 11 айҙа республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Беҙҙең бурыс – йылды үткән йылдыҡына ҡарағанда кәмерәк булмаған күрһәткестәр менән тамамлау, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.
Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында – 8-се, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/650988#scroll.