+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Декабрь 2023, 07:00

Эшҡыуар булғың килһә, уҡы

2023 йылда 400 эшҡыуар, үҙмәшғүл һәм үҙ эшен асырға теләгән кеше Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының белем биреү программаларында ҡатнашҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшҡыуар булғың килһә, уҡыЭшҡыуар булғың килһә, уҡы
Эшҡыуар булғың килһә, уҡы

2023 йылда 400 эшҡыуар, үҙмәшғүл һәм үҙ эшен асырға теләгән кеше Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының белем биреү программаларында ҡатнашҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән йылдағы менән сағыштырғанда, бындай программаларҙа ҡатнашыусылар һаны 60 процентҡа артҡан. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә онлайн һәм офлайн форматта егерменән ашыу сара үткән.

Быйыл “Минең бизнесым” үҙәге “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе”, “Эшҡыуар әлифбаһы”, “Эшҡыуар әсәй” программалары ойошторған. Уларҙа ҡатнашыусылар үҙ эшен ойоштороу һәм үҫтереү өсөн 500 мең һумға тиклем субсидия алыуға конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге алған.

Белем биреү сараларын дүрт сертификатлы тренер алып бара. Эксперттар йүнселдәргә иң яҡшы бизнес-идеяны һайлап алырға, бизнес-план төҙөргә, документтарҙы дөрөҫ теркәргә өйрәтә, һорауҙарға яуап бирә.  

Киләһе йылда ла кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ эшен асырға теләгән граждандар өсөн шулай уҡ түләүһеҙ программалар, тренингтар планлаштырылған. Был саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәге сайтында https://cmbrb.ru/mery-podderzhki/  һылтанмаһы йәки +7 (347) 224-99-99  телефоны аша алырға мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/652295#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас