

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа саңғы миҙгеле асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Район буйынса саңғы ярышында мәктәп уҡыусылары, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ҡатнаша.
Ярыштар саңғы спортын популярлаштырыу, халыҡтың һаулығын нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш ғаиләләрҙе, йәштәрҙе, ветерандарҙы, балаларҙы саңғы спортына йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән саранан һәр кем күтәренке рух, шат кәйеф менән ҡайта. Призлы урындар алыусыларға грамоталар, миҙалдар тапшырыла. Шулай уҡ ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы билдәләре лә тапшырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/650967#scroll.