

Прибельский ауылында икмәкханала йүнәтеү эштәре тамамланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҙур реконструкция “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә атҡарылды, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Милли проект сиктәрендә предприятие өс миллион һум күләмендә льготалы займ ала. Яңыртыу өсөн аҡсаның бер өлөшөн икмәк комбинаты үҙ кеҫәһенән бүлә.
Киләсәктә етештереү күләмен арттырырға йыйыналар, сөнки Ҡырмыҫҡалы икмәгенә һорау күп, ул райондың бренды булып тора.
“Икмәктең ниндәй шарттарҙа бешеүе бик мөһим. Санитар нормаларға тап килеүҙән тыш, уңайлы, эшкә әйҙәүсе лә булырға тейеш ул. Предприятие сәскә атһын, туҡтамай эшләһен”, – ти Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты идараһы рәйесе Әлфирә Богданова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/616711#scroll.