

Сибайҙағы “РУСКОМ” предприятиеһы лизинг килешеүе буйынса сығымының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дәүләт ярҙамы “Сибай ҡалаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программаһы һәм “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтелә.
Был аҡса продукция етештереү өсөн сеймал алыуға йүнәлтелгән. Ассортимент киңәйеүгә, етештереү күләме артыуға бәйле, предприятиеға ышаныслы ҡорамалдар, махсус техника кәрәк. Апрелдә лизинг килешеүе буйынса сеймалды һәм әҙер продукцияны тейәү өсөн техника алына.
Компания ваҡланған эзбизташ, эзбиз оно етештереүҙә махсуслашҡан. Продукцияһы Өфөлә, Ырымбурҙа, Магнитогорскиҙа, Бөгөлмәлә һәм башҡа ҡалаларҙа һатыла. Был ҡалаларҙың исемлеге арта ғына. Етештерелгән продукцияның уртаса күләме айына 1200 тонна тәшкил итә, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/619099#scroll.