+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Декабрь 2023, 03:28

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

“Аблай-ЖС01”ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2017 йылда Саҡмағош районы Аблай ауылында йәшәгән ундан ашыу фермерҙы, шәхси хужалыҡты берләштерә. Кооперативтың төп эшмәкәрлеге – сифатлы һөт продукцияһы етештереү. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күмәкләгән – яу ҡайтарғанКүмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған

“Аблай-ЖС01”ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2017 йылда Саҡмағош районы Аблай ауылында йәшәгән ундан ашыу фермерҙы, шәхси хужалыҡты берләштерә. Кооперативтың төп эшмәкәрлеге – сифатлы һөт продукцияһы етештереү.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эшҡыуарлыҡ алып барыуҙа “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” федераль проекты сиктәрендә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға бирелгән субсидия ҙур ярҙам булып тора.

Һөт Өфөлә эшкәртелә. Бар продукция маркировкалана һәм баш ҡаланың 50-нән ашыу сауҙа нөктәһенә ҡуйыла, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Аблай-ЖС01” кооперативы етәксеһе Айҙар Ғабдуллин фекеренсә, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙы берләштереү, етештереү һөҙөмтәһен арттырыу, баҙарға сығыу өсөн,  бындай ойошмаларҙы һәр ауылда булдырыу кәрәк.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн https://investrb.ru/   һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталына йәки йәшәгән урындағы бизнес-шерифҡа  мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/635399#scroll.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас