

Ҡариҙел районы эшҡыуары Азат Мәҡсүтов “Лайк Тайм” фотостудияһы асҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Фото студияһы булдырыу тураһында идеяһы менән Азат Мәҡсүтов октябрҙә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Йүнселгә мәғлүмәти-консультацион ярҙам күрһәтелә. “Минең бизнесым” үҙәге һәм “Кесе бизнес микрокредит компанияһы” льготалы кредит алыу өсөн документтар йыйыуҙа һәм әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Студия универмагтың икенсе ҡатында урынлашҡан. Унда профессиональ ҡорамалдар ҡуйылған, байрамса кәйеф тыуҙырылған. Студияны эшҡыуарҙың тормош иптәше Альбина биҙәй. Селфи эшләү өсөн махсус фотозона ла бар. Ошонда уҡ фотографияларҙы сығарып та алырға мөмкин.
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталына йәки йәшәгән урындағы бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/647231#scroll.