

Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Үҙәк майҙанға реконструкция үткәрелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был йәмәғәт урыны райондың визит карточкаһы булып тора. Ҙур саралар, шул иҫәптән республика, төбәк-ара кимәлдәгеләре лә, тап ошонда үтә.
Үҙәк майҙанда яңы инфраструктура барлыҡҡа килгән. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, ял майҙаны, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, сүп һауыттары, сәскә түтәлдәре – барыһы ла бында ял итеү уңайлы булһын өсөн эшләнгән.
Быйыл федераль проект буйынса Мәсетле районында өс объект яңыртылған. Ә Башҡортостан Республикаһында яңыртылған йәмәғәт урындары 123-тө тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/638768#scroll.