

“Ауылдаштарымдың тәҙрәһен биҙәргә тура килһә, уларҙан бигерәк үҙем ҡыуанам”, – ти оҫта.
Учалы район үҙәк модель китапханаһы халыҡ оҫтаһы Нәғим Аллаяров менән осрашыу үткәрҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Учалы ауылы башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашыу күңелле үтә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ой ошторолған бындай саралар башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә, рухи байлығына ҡыҙыҡһыныу уята.
Нәғим Аллаяров 44 йыл Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй, халыҡ театрын, өлгөлө балалар театрын етәкләй. Йырлай, бейей, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, театр өсөн сценарийҙар ҙа яҙа. Шулай уҡ уны оҫта булараҡ та беләләр. Атаһы билдәле балта оҫтаһы булған, улдары ла уға оҡшап уңған, оҫта ҡуллы.
Оҫта һандыҡтың нимәнән һәм нисек эшләнеүе, ниндәй ҡоралдар ҡулланыуы тураһында һөйләй. Балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай, әйберҙәрен ҡарай.
“Ағастан төрлө әйберҙәр эшләү бик оҡшай. Урамдан үткәндә семәрле тәҙрә ҡапҡастарын ҡарарға яратам, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа һирәк хәҙер. Шуға ла, ағастан әйберҙәр эшләү оҫталығын тергеҙеү бик мөһим. Ауылдаштарымдың тәҙрәләрен биҙәргә тура килһә, уларҙан бигерәк үҙем ҡыуанам”, – ти оҫта.
Алып барыусы башҡорт халҡының көнкүреше, туй йолалары, биҙәктәр тураһында һөйләй. Балаларға бигерәк тә “Килен төшөрөү” йолаһы ҡыҙыҡ булды, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/643851#scroll.