

Был өлкә эшҡыуарҙары өсөн льготалы кредитлау программаһы тураһында һөйләштеләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов төбәктең бизнес-шерифтары менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Ул эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең көнүҙәк сараларына арналды, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Иң тәүҙә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар өсөн льготалы кредитлау программаһы тураһында һөйләшәләр.
Конкурс хаҡында ентекле мәғлүмәтте Рәсәй Иҡтисад министрлығы сайтында белергә була.
Льготалы кредитлау сиктәрендә программа буйынса ҙур инвестиция проекттары, мәҫәлән, йыл әйләнәһенә эшләгән ял итеү парктары, аквапарктар, тау саңғыһы курорттары ҡарала.
Был ярҙам ысулы ил буйынса 48 мең яңы ҡунаҡхана номеры булдырырға булышлыҡ итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/642208#scroll.