+30 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Декабрь 2023, 09:44

Иң яҡшы кәсепсе билдәләнде

Быйыл бәйгегә 137 оҫта 600-ҙән ашыу әйбер тәҡдим иткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иң яҡшы кәсепсе билдәләндеИң яҡшы кәсепсе билдәләнде
Иң яҡшы кәсепсе билдәләнде

Быйыл бәйгегә 137 оҫта 600-ҙән ашыу әйбер тәҡдим иткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфөлә республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү үтте. Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Иң яҡшы көсепсе – 2023” бәйгеһендә тәүге урынды Өфө районынан Гөлсөм Хәсәйенова ала.

– Милли костюм һәм биҙәүестәрҙе 2017 йылдан алып эшләйем. Әле минең коллекциямда 11 тулы комплект бар. Быйыл был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам. Был эште артабан да дауам итергә, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының биҙәүестәрен эшләргә ниәтләйем, – ти еңеүсе.

Икенсе урынға – Өфөнән Дарья Семелюк, ә өсөнсө урынға Иглин районынан Рәүиә Абдуллина лайыҡ була.

15 номинацияла 65 оҫта иң яҡшыһы тип табыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/642212#scroll.

Иң яҡшы кәсепсе билдәләнде
Иң яҡшы кәсепсе билдәләнде
Иң яҡшы кәсепсе билдәләнде
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас