+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
6 Декабрь 2023, 04:05

Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтә

Яңы фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һалына. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 

Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтәДүртөйлө районының Күкҡуян ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтә
Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылы халҡы диспансеризацияны үҙ ауылында ғына үтә

Яңы фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һалына.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 

 

Бина стандарт буйынса йыһазландырылған, коммуникациялар үткән.

Заманса ФАП-та электрон больничныйҙар, рецептар яҙыу, ЭКГ-ны дистанцион рәүештә тапшырыу, шулай уҡ Дүртөйлө үҙәк район хәстәханаһы белгестәре менән телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге бар.

ФАП-ҡа Күкҡуян һәм Манъяҙыбаш ауылдары халҡы беркетелгән. Уларҙың һаулығын хәстәрләүсе Гөлнара Бәҙретдинова – тәжрибәле фельдшер, бында 2009 йылдан алып эшләй. Әле бында 45 кеше диспансеризация үтеп өлгөргән дә инде.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2088 фельдшер-акушер пункты бар, уларҙың 342-һе 2019 – 2023 йылдарҙа төҙөлгән.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/637615#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас