

Асҡын районында “Йыр-моң беҙҙе берләштерә” район конкурс-фестиваленең гала-концерты үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Фестиваль – мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижади индустриялар өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсы еңеүсеһе. Проекттың авторы – “Василек” балалар баҡсаһы.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған сарала белем биреү ойошмалары коллективтары ҡатнаша.
Сәхнәнән башҡортса, русса, татарса, мариса йырҙар яңғыраны. Барыһы 184 кешенән торған 23 вокаль ансамбле ҡатнашты. Фестивалде ойоштороуҙа 50-нән ашыу кеше эшләне, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/638902#scroll.