

Улар үҙ проекты менән ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһенә мөрәжәғәт итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Олга Суходольская ойоҡ-ойоҡбаш етештереү буйынса проекты менән сығыш яһай. “Малыш” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы егерме йылдан ашыу балалар һәм ололар өсөн кейем етештерә. Бөгөн IN_YAKSHI популяр спорт кейеме маркаһын республикала ғына түгел, ситтә лә һәйбәт беләләр. Предприятиела етештереү өсөн юғары сифатлы сеймал ҡулланыла, технологик процесс ҡаты күҙәтеүгә ҡуйылған, мотлаҡ сертификация үтелә. Эшҡыуар эшен киңәйтеүҙә ярҙам һорай.
Гөлшат Йосопова – 1922 йылда булдырылған “Экосфера” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы директоры. Предприятие ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә. Әле III – IV класс хәүефлеге булған ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу, урынлаштырыу буйынса лицензияға документтар юллап йөрөй.
Ике ойошма ла “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты булырға теләй. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға консультацион һәм методологик ярҙам күрһәтелә, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын үтә. Унда һәр кем үҙ проекты менән ҡатнаша ала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/638818#scroll.