

Түбәнге Новгородта Russian event awards Бөтә Рәсәй ваҡиғалы туристик саралар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторола.
Быйыл Башҡортостан “Ваҡиғалы туризм төбәге” номинацияһында еңеү тип табылды һәм 31 бүләк яуланы. Алты проект конкурстың Гран-прийын алды, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Ваҡиғалы туризм йүнәлешенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә 2023 йылға 552,1 миллион һум күләмендә федераль ярҙам йәлеп ителде, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/632465#scroll.