

Саҡмағош районының Яңы Балтас ауыл китапханаһында “Китап биттәрендә уҡытыусы” әҙәби сәйәхәте үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үтә, Педагог һәм остаз йылы айҡанлы ойошторола.
Китапханасы уҡыусыларға педагог һөнәренең әһәмиәте хаҡында һөйләй. Уҡытыусы образы әҙәби әҫәр биттәрендә лә сағыла, уларҙың байтағы әҙәбиәттең “алтын фонды”на ингән. Балаларға заман һәм совет авторҙарының мәктәп, уҡыусылар тураһындағы әҙәби әҫәрҙәре күрһәтелә. А.Макаренконың “Педагогик поэма”һы, С.Айытматовтың “Беренсе уҡытыусы”һы, В.Распутиндың “Француз теле дәрестәре”, И.Буниндың “Уҡытыусы”, А.Гайдарҙың “Мәктәп”, В.Быковтың “Обелиск” һәм башҡа әҫәрҙәрҙә уҡытыусы образы төрлөсә асыла. Һәр береһенең – үҙ яҙмышы, хыялы, тәрбиә алымдары, әммә уларҙы балаларға һөйөү, юғары аҡыл, күңел киңлеге берләштерә.
Сара һуңында балалар үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында ла һөйләне, хис-тойғоһо менән бүлеште, тип хәбәр итә Саҡмағош районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/623415#scroll.