+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
28 Ноябрь 2023, 06:00

Китапханаларҙа интернет әүҙем ҡулланыла

Быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Бишбүләк районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҙәк район, балалар һәм модель китапханалары “Культура.РФ” порталында һәм социаль селтәрҙәрҙә илленән ашыу онлайн-трансляция ойошторған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Китапханаларҙа интернет әүҙем ҡулланылаКитапханаларҙа интернет әүҙем ҡулланыла
Китапханаларҙа интернет әүҙем ҡулланыла

Быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Бишбүләк районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының үҙәк район, балалар һәм модель китапханалары “Культура.РФ” порталында һәм социаль селтәрҙәрҙә илленән ашыу онлайн-трансляция ойошторған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был проект ярҙамында интернет ҡулланыусылар яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың, юбиляр шағирҙарҙың тормошо һәм ижады менән таныша алды. «Культура.РФ» порталы булышлығында район китапханалары тамашасыларҙы йәлеп итеүҙә ҙур аҙымдар яһаны, тип хәбәр итә Бишбүләк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Үткән йылда үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре ундан ашыу трансляция үткәрһә, быйыл 60 онлайн-трансляция буйынса планды үтәйбеҙ, – ти китапхана селтәре директоры Елена Ғәниева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/623434#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас