0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ноябрь 2023, 09:16

Башҡортостанда шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн 39 диабет мәктәбе эшләй

Пациенттар менән эш “Шәкәр диабеты менән көрәш” дәүләт программаһы буйынса алып барыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн 39 диабет мәктәбе эшләй
Башҡортостанда шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн 39 диабет мәктәбе эшләй

Пациенттар менән эш “Шәкәр диабеты менән көрәш” дәүләт программаһы буйынса алып барыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Шәкәр диабеты менән ауырыусылар һаны артҡандан-арта бара. Пациенттар менән эш буйынса төп саралар “Шәкәр диабеты менән көрәш” дәүләт программаһы буйынса алып барыла, тип хәбәр итә  БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Диабет мәктәптәре “Демография” милли проектының халыҡ һаулығын нығытыу буйынса программаһы сиктәрендә булдырылған һәм эшләп килә.

2-се тип диабет менән ауырыусылар артыуының төп сәбәбе – һуңғы йылдарҙа халыҡтың йәшәү рәүеше үҙгәреүендә (гиподинамия, рациональ туҡланмау, зарарлы ғәҙәттәр). Әле уҡыуҙар был ауырыуҙы дауалауҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ул үҙеңде күҙәтеүҙә тотоуға, инсулин терапияһы техникаһына, диета тотоу принциптарына өйрәтә. Былар барыһы ла өҙлөгөүҙәрҙәрҙе иҫкәртеү булып тора.

Республиканың күп медицина учреждениелары базаһында диабет мәктәптәре булдырылған. “Диабет мәктәптәрендә дәрестәр үтеү датаһы, ваҡыты тураһында мәғлүмәтте үҙ поликлиникаңда белешергә мөмкин. Пациент поликлиникалағы эндокринологҡа мөрәжәғәт итһә, уны билдәле бер ваҡытҡа дәрескә яҙалар. Бынан тыш, медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре диспансер иҫәбендә торған шәкәр ауырыулы пациенттарҙы үҙҙәре лә саҡыра”, – ти 21-се ҡала клиник хәстәханаһының эндокринология бүлеге мөдире Әлфиә Булгакова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/620112#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: