

Белорет районы Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө тамамланып бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Объект “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә төҙөлә.
Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, социаль учреждениела төҙөлөш эштәре 2021 йылдың апрелендә башлана. Проект буйынса яңы бинала Тирлән ауыл мәҙәниәт йорто филиалынан тыш ололар һәм балалар өсөн китапханалар, балалар сәнғәт мәктәбе урынлаша. Бында 300 урынлыҡ тамаша залы, кафетерий, компьютер студияһы, балалар уйын бүлмәһе, тренажер залы, тауыш яҙҙырыу студияһы ла була.
Мәҙәниәт үҙәге янында автостоянка, балалар уйын майҙансығы төҙөү ҙә ҡаралған. Ауыл халҡы мәҙәниәт усағы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/619607#scroll.