

27 ноябрҙә Башҡортостанда ылыҫлы йәш ағастарҙы һаҡлау буйынса традицион операция башлана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Оператив-иҫкәртеү сараһы 31 декабргәсә дауам итә. Операция “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ла ойошторола, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Федераль дәүләт һәм урман күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Эльмир Хөсәйенов билдәләүенсә, яңы йыл шыршыһын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/629644#scroll.