+24 °С
Дождь
Милли проекттар
27 Ноября 2023, 12:24

Мәҙәниәт усаҡтары яңыра

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды. Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә атҡарылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мәҙәниәт усаҡтары яңыраМәҙәниәт усаҡтары яңыра
Мәҙәниәт усаҡтары яңыра

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды. Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә атҡарылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнәтеү өсөн федераль бюджеттан – 38 756 600, республика ҡаҙнаһынан – 7 382 300, урындағы бюджеттан 1 384 200 һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға бинаға капиталь ремонт эшләнгән, тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Ауылда 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ике ҡатлы клуб бинаһы 1983 йылда төҙөлгән. Бында шулай уҡ китапхана, ауыл хакимиәте администрацияһы урынлашҡан.  Биш ай эсендә бина яңыртылған.

Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова әйтеүенсә, республикала өс йыл эсендә 98 мәҙәниәт объекты йүнәтелгән. 2024 йылда 20-ләгән объектта капремонт һәм төҙөлөш эштәре көтөлә.  

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/630600#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас