

INVESTRB.RU инвестиция порталының иң популяр сервисы булып “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә электрон яҙылыу тора. Был айҙа уның менән 40 эшҡыуар файҙаланған, ә йыл башынан алып 889 ғариза тапшырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сервистың популярлығы уның уңайлығы һәм бизнес өсөн кәрәклеген һөйләй, тип белдерә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаризалар менән муниципалитеттарҙа билдәләнгән бизнес-шерифтар эшләй. Улар мәсьәләләрҙе өйрәнә һәм кәрәкле структуралар менән хәл итә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килгән барлыҡ ғаризалар буйынса эштәрҙе муниципаль берәмектең башлығы күҙәтеүҙә тота.
INVESTRB.RU инвестиция порталы 2019 йылдан алып эшләй.
Тормош сифатын яҡшыртыу һәм эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн онлайн-сервистарҙы үҫтереү дәүләт идаралығын һанлаштырыу принциптарының береһе һәм “РФ һанлы иҡтисады” милли программаһының мотлаҡ шарты булып тора.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/624939#scroll.