+30 °С
Болотло
Милли проекттар
24 Ноябрь 2023, 05:12

Ҡамайылға аша күпер йүнәтелде

Объекттың дөйөм оҙонлоғо 29 метр тәшкил итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡамайылға аша күпер йүнәтелдеҠамайылға аша күпер йүнәтелде
Ҡамайылға аша күпер йүнәтелде

Объекттың дөйөм оҙонлоғо 29 метр тәшкил итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Күпер Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында Инйәр ҡасабаһына яҡын урынлашҡан. Был йүнәлеш туристар араһында популяр: юл Ирәкташҡа (Инзерские зубчатки), Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларына алып бара. Шуға ла күперҙе норматив хәлгә килтереп, транспорт өсөн хәүефһеҙ юл булдырыу мөһим, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хеҙмәте министры Александр Клебанов.

Ремонт эштәренә 33,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, уның 32,6 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Йүнәтеү эштәре “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алып барылған.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/628260#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас