

Был уҡыуҙарҙа 50 йәштән өлкәндәр, декрет ялындағы һәм мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләгән эшләмәгән әсәйҙәр, эшһеҙҙәр, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған кешеләр ҡатнаша ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Туймазы районы белем усаҡтары ҡала халҡына түләүһеҙ уҡытыу буйынса эштәр алып барыуын дауам итә. Уҡыуҙар “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Был уҡыуҙарҙа 50 йәштәр өлкәндәр, декрет ялындағы һәм мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләгән эшләмәгән әсәйҙәр, эшһеҙҙәр, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған кешеләр ҡатнаша ала.
Туймазы юридик колледжында, мәҫәлән, дизайн, C# телендә мәғлүмәт системаларын эшләү һәм проектлау, график дизайн, 4-се разрядлы һаҡсы, банк продукттарын һәм хеҙмәттәрен һатыу буйынса клиенттар менән эшләү, документаль фильм төшөрөү, социаль эш, программалау кеүек һөнәрҙәргә өйрәнергә мөмкин, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Уҡыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы https://trudvsem.ru/ һылтанмаһы буйынса “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) сайтында ҡалдырырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/624895#scroll.