

Саҡмағош районы йүнселе Эльвина Яхина “Космик+” балалар ял итеү үҙәген етәкләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Саҡмағош районында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта аҙна һайын эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үтә, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Шәхси эшҡыуар Эльвина Яхина “Космик+” балалар ял итеү үҙәген етәкләй. Кино залы, кафе булған үҙәк район халҡының яратҡан урынына әйләнгән. Бында тыуған көндәрен, байрамдарҙы, төрлө сараларҙы үткәрәләр. Эшҡыуар йыш ҡына Саҡмағоштағы социаль приюттағы балалар өсөн хәйриә акциялары үткәрә.
Эльвина “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә социаль эшҡыуар статусы алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. “Минең бизнесым” үҙәгендә уҡығас, йүнсел был статусҡа эйә була, шулай уҡ 500 мең һумлыҡ грант ала.
Эшҡыуар педагогик эшмәкәрлек тә алып бара. Саҡмағош ауылында гимназияла өҫтәлмә белем биреү дәрестәре ойоштора, балаларҙы Рәсәй һәм республика бәйгеләренә әҙерләй. Ул “Медиаүҙәк”, “Аэродизайн” берләшмәләрен етәкләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/626205#scroll.