+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
23 Ноябрь 2023, 10:53

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ете инвестпроект ҡаралды

 Һәр кем үҙен борсоған һорауға яуап алды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ете инвестпроект ҡаралды“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ете инвестпроект ҡаралды
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ете инвестпроект ҡаралды

 Һәр кем үҙен борсоған һорауға яуап алды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Айнур Тажетдинов ат спортын үҫтереү һәм бәйге аттары популяцияһын яҡшыртыу буйынса проект тәҡдим итә. Киләсәктә ат спорты мәктәбе асырға ниәтләй. Ә Новопетровское ауылынан Владимир Матвеев башҡорт тоҡомло аттар алып, ҡымыҙ етештерергә теләй. Азамат Аҡҡусҡаров ритуаль хеҙмәттәр күрһәтә. Ул артабан эшен киңәйтергә теләй. Аҡъярҙа йәшәгән Филүзә Ҡыуатова ун йылдан ашыу хәләл ит һатыу менән шөғөлләнә. Ул сауҙа павильоны алған, ер участкаһын теркәү, һыу үткәреү мәсьәләләрен хәл итеүҙә кәңәш һорай. Филүс Сәлишев Йәнтеш ауылындағы ял базаһында 150 кешелек сатыр ҡуйырға уйлай. Бында шулай уҡ биш ял итеү йорто, балалар майҙансығы ҡарала. Йәмил Ишкилдин һигеҙ йыл автомеханик булып эшләгәндән һуң ремонт сервисы асырға булған.

Бөтә был проекттар ҙа ентекле тыңланды, муниципалитеттарға, килеүселәргә кәрәкле кәңәштәр бирелде, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/625581#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас