

Саҡмағош районында урынлашҡан элекке “Сәрмәсән” ҡош фабрикаһының бер корпусында ҡош ите етештерә башлағандар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бизнес-план Башҡортостан Башлығы үткәргән инвестиция сәғәтендә ҡарала.
Инвестиция проекты ҡоштарҙы тотоу өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған биналарҙы реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Был йылына 780 тонна ҡош ите етештерергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Проект Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестициялар проекттары иҫәбенә ингән.
Фабриканың яңынан эшләй башлауы – район һәм республика өсөн мөһим ваҡиға. Хәләл ит етештереүселәр яңы эш урындары ла булдыра.
Әле 70 миллион һум аҡса һалынған. Беренсе корпус реконструкцияланған, техника һәм кәрәкле ҡорамалдар алынған, автоматлаштырылған система урынлаштырылған. Комплекс биләмәһендә электр, һыу үткәрелгән, юл ремонтланған. Утыҙ мең баш ҡош алынған, уларҙың һанын арттырыу күҙаллана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/594515#scroll.